Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабря 2022, 08:26

Юл ябыла. Оҙатабыҙ...

Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон яугирҙарын оҙатыу көнөндә бер нисә урам ябылып торасаҡ.

Юл ябыла. Оҙатабыҙ...Юл ябыла. Оҙатабыҙ...
Юл ябыла. Оҙатабыҙ...

Өсөнсө ирекле батальон ир-егеттәре 20 декабрҙә юлға сыға. Уларҙы Совет майҙанында оҙатып ҡалалар. Шул сәбәпле, иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө 12-гә тиклем Совет (Вәлиди - Октябрь революцияһы киҫелешенәсә), Пушкин  (Цюрупанан Ленин урамынаса) урамдарынан транспорт хәрәкәте сикләнә.

Юлдағылар имен йөрөһөн! Яугирҙарыбыҙҙың барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас