Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 09:46

Себер ҡалаларында - «Мираҫ» күргәҙмәһе

Ханты-Манси автономиялы округының баш ҡалаһы Ханты-Мансиҙағы Тәбиғәт һәм кеше музейында Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының «Мираҫ» күргәҙмәһе эшләй башланы.

Себер ҡалаларында - «Мираҫ» күргәҙмәһе
Себер ҡалаларында - «Мираҫ» күргәҙмәһе

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә 6 декабрҙә асылған һәм 10 ғинуарға тиклем ошонда Ханты-Манси ҡалаһындағы Тәбиғәт һәм кеше музейында эшләйәсәк. Артабан 18 ғинуарҙан 19 февралгәсә - Ноябрьск ҡалаһындағы Музей ресурс үҙәгендә. 

Күргәҙмә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын йомғаҡлауға һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте Һәм рухи мираҫ йылына арналған. Ватандаштарыбыҙға, Себер халҡына башҡорт этнографияһына, һынлы сәнғәтенә, тарихына ҡағылышлы 115 музей экспонаты тәҡдим ителә. «Ағиҙел» башҡорт халыҡ кәсептәре дәүләт предприятиеһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты музейы, К. Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы һәм балалар һынлы сәнғәт мәктәбе әйберҙәре лә ҡуйылған.
Фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)

 

Себер ҡалаларында - «Мираҫ» күргәҙмәһе
Себер ҡалаларында - «Мираҫ» күргәҙмәһе
Себер ҡалаларында - «Мираҫ» күргәҙмәһе
Себер ҡалаларында - «Мираҫ» күргәҙмәһе
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: