Радий Хәбиров үҙәктең эше менән танышты, ошонда уҡ Һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышын уҙғарҙы. Республика Башлығын таныштырып, үҙәк директоры Кира Ғәлләмова яңы профессиялар, квалификация күтәреү тураһында һөйләне. Быйыл бында 2583 кеше яңы һөнәр үҙләштергән һәм белемен камиллаштырған. Үҙәктә физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә лә уңайлыҡтар булдырылған. БР фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге илдең 59 шундай учреждениеһы араһында беренсе урын яулаған.
Әйткәндәй, бында әле 30 кеше пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) операторын әҙерләү программаһы буйынса уҡый.
Фото: БР Башлығы сайтынан.