Проектҡа быйыл федераль ҡаҙнанан 55,7 млн һум, төбәк бюджетынан 22 млн һум аҡса бүленгән.
Бер уҡыусыға тур хаҡы 7 мең һум тәшкил итә. Сәйәхәт итеү бер тәүлектән ашырға тейеш. Алып барыу-ҡайтыу, ҡунаҡханаға урынлашыу, ашатыу, экскурсиялар - барыһы ла бушлай. Программала ҡатнашыусыларҙы урындағы мәғариф бүлектәре һайлап ала, туроператорҙар ҙа төбәктәге иң ышаныслы унау исемлегенән алына.
2023 йылда хәрәкәткә финанслау артасаҡ. Уға 188,7 млн һум федераль һәм 75,5 млн һум республика аҡсаһы йүнәлтеләсәк. Был Рәсәйҙә Мәскәү өлкәһенән һуң икенсе урын тигән һүҙ. Программала 37,7 мең мәктәп уҡыусыһы ҡатнашыуы көтөлә.