Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 15:00

Рөстәм Шәрипов ирекмән яугирҙар менән осрашҡан

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яҡташтар - Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны ирекмәндәрен барып күргән.

Рөстәм Шәрипов ирекмән яугирҙар менән осрашҡан
Рөстәм Шәрипов ирекмән яугирҙар менән осрашҡан

- Уларға яҡташтарҙар сәләм еткерҙем, күстәнәс һәм беҙҙең мәктәп уҡыусыларынан хаттар тапшырҙым. Егеттәр хәрби әҙерлектп татамлап килә һәм тиҙҙән махсус хәрби операция урынына юлланасаҡ. Барыһының да кәйефе шәп, бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәйҙәр. Батальонда интернациональ состав, татыуҙар, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Егеттәр менән элемтә тотасаҡбыҙ һәм кәрәк саҡта артабан да ярҙам итәсәкбеҙ. Яугирҙәргә хәрби уңыш теләйбеҙ! -тигән Рөстәм Динислам улы үҙенең соцселтәр сәхифәһендә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: