Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 10:00

Күп балалы әсәне үлтергәнсе туҡмаған

Белоретта йәшәгән 36 йәшлек иргә күп балалы ҡатынды туҡмап үлтергән өсөн хөкөм ҡарары сығарылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Тәфтиш комитеты.

Күп балалы әсәне үлтергәнсе туҡмаған
Күп балалы әсәне үлтергәнсе туҡмаған

Быйыл 17 июндә иҫерек ир  ҡатынын көнләшеп уны үлтергәнсе туҡмай.

Ул үҙ ғәйебен таный. Тикшереү барышында ғәйепләнеүсе ҡылынған енәйәттең сәбәптәрен хәтерләмәүен белдерә.

 

Белорет район-ара суды уны алты йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в