14 - 16 декабрҙә үтәсәк сара власть, бизнес, эксперттарҙы берләштерәсәк. был әһәмиәтле эшлекле форум 2007 йылдан алып ойошторола. Был юлы донъяның 20 иленән 3000 самаһы кеше ҡатнашыуы күҙаллана.
Йыйында 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ, 55 фекер алышыу майҙансығы эшләйәсәк, уларҙа федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 500 спикер ҡатнашасаҡ.
Форум сайтында тура трансляция алып барыласаҡ.