Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 09:30

Эш урындары бар

Баш ҡалабыҙ Өфөлә төҙөлөш тармағы буйынса вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә.

Эш урындары бар
Эш урындары бар

15 декабрҙә Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә (Ибраһимов бульвары, 47/1) сәғәт иртәнге 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем халыҡҡа эш урындары тәҡдим ителә.

Төҙөлөш тармағына түбәндәге һөнәрҙәр эшселәре кәрәк: бетонщик, дворник, инженер, каменщик, кровельщик, маляр, машинист, монтажник строительных работ, подсобный рабочий, рабочий, отделочник, плотник, дорожный рабочий, слесарь, водитель автомобиля, токарь, электрогазосварщик.
Шулай уҡ бушлай консультация алырға мөмкин.

Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүсе эш биреүселәр 8(347)251-51-55 телефоны буйынса шылтыратһын, тиҙәр баш ҡала мэрияһынан.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в