Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 12:45

Бер-береһенә һылтайҙар...

Бәләбәйҙә йәшәгән 71 йәшлек ҡатынға 6 декабрҙә билдәһеҙ кеше шылтыратып, яҡынының аварияға тарыуы, уға ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатмаҫ өсөн аҡса талап ителеүе тураһында хәбәр итә. Ҡатын 100 мең һум аҡсаһы булыуын белдергәс, шылтыратыусы шуны курьер аша биреп ебәрергә ҡуша. Аҡса артынан йәш кенә ҡыҙ килә. Һуңынан пенсионер яҡынының имен-аман булыуын асыҡлап, полицияға бара һала. Полиция хеҙмәткәрҙәре бер нисә сәғәт эсендә мутлашыусыларҙы эҙләп таба.

Бер-береһенә һылтайҙар...
Бер-береһенә һылтайҙар...

Икеһе лә алдан хөкөм ителгән 22 йәшлек ҡыҙ менән 31 йәшлек ир пенсионерҙың аҡсаһын алыр өсөн Бәләбәйгә Өфөнән килгән. Ир кеше машинала ултырған, ҡыҙ 100 мең һумды инеп алған. Улар был аҡсаны схеманы ойоштороусының иҫәбенә күсерергә тейеш була, ләкин ҡомһоҙлоҡтарын еңә алмай, үҙ-ара бүлешә лә, кире Өфөгә юллана. Бәләбәйҙең полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы шунда ҡулға ала ла инде.

Енәйәттә ғәйепләнеүселәр үҙ ҡылығын таный, әммә ғәйепте бер-береһенә ауҙара. Ҡыҙҙың һөйләүенсә, ир интернетта эш тапҡан да, "эш биреүсе" менән ҡыҙ исеменән яҙышҡан. "Эш биреүсе" иргә пенсионерҙың аҡсаһын алып, уға ебәрергә ҡушҡан. Ә ир, мин интернетта эш тураһында иғлан күргәс, был турала таныш ҡыҙға әйттем, ҡалғанын ул үҙе башҡарҙы, Бәләбәйгә уның менән иптәшкә генә барҙым, тип раҫлай. Дөрөҫлөктө тәфтишселәр асыҡлай. Был икәүгә ҡарата енәйәт эше асылған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: