Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 10:11

Башҡорт яҙыусыһы Фәрит Әхмәҙиев "Герой" Бөтә Рәсәй конкурсында финалсы булды

Ил кимәлендә үткән был конкурсты ойоштороусылар 2022 йылдың көҙөнә йомғаҡ яһаны. "Сценарий" номинацияһында яҡташыбыҙ, яҙыусы һәм драматург Фәрит Әхмәҙиев "Мәргән" фильмына сценарий менән финалсы булды. Еңеүселәр исемлегендә шулай уҡ Новосибирск ҡалаһынан Алексей Кутафин («Холодное русское солнце») һәм Луганскиҙан Светлана Тишкина («99,9») бар.

Башҡорт яҙыусыһы Фәрит Әхмәҙиев "Герой" Бөтә Рәсәй конкурсында финалсы булды
Башҡорт яҙыусыһы Фәрит Әхмәҙиев "Герой" Бөтә Рәсәй конкурсында финалсы булды
Был өс эш «СценГазета» әҙәби интернет-журналында донъя күрәсәк. Һайланған әҫәрҙәр «Творческая среда Монолит» («Воин России» журналы ҡушымтаһы) электрон альманахына индереләсәк.

«Герой» конкурсын РФ Оборона министрлығы һәм драматургтарҙың милли ассоциацияһы ойошторҙо.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в