Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары барышында ғәйепләнеүсене эҙләп табып, уны ҡулға ала, енәйәт эшен ҡуҙғата. Быға тиклем хөкөм ителгән 29 йәшлек ир Силәбе өлкәһенән. Ул үҙ ғәйебен таныған.
Билдәле булыуынса, был ир Өфөгә аҡса эшләргә килгән, әммә эш таба алмаған. Шуға ла ул урамда теләнселәй башлаған. Ҡулына күпмелер аҡса төшкәс, спиртлы эсемлек һатып алып эскән. Иҫерек килеш урамда йөрөгәнендә өйөнә ҡайтып барған бәләкәс ҡыҙҙы күреп, уның менән бергә подъезға инә, шунан - лифтҡа. Ҡыҙыҡай менән бергә ҡалғас, ул боҙоҡ ғәмәл ҡыла. Бала ҡарамаҫ өсөн әйләнеп тора, лифт ишеге асылыу менән ҡаса. Өйгә ингәс, ҡыҙ был турала әсәһенә һөйләй. Ә был мәлдә ир кире Силәбе өлкәһенә ҡайтыр өсөн аҡса теләнселәргә сығып китә.
Уның даими йәшәгән урыны юҡ, Рәсәй буйлап йөрөп тик ята икән. Шуға ла уның ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.