Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 13:15

Асыла янғын теркәлгән

Кисә төндә, ун ике тула тигәндә, Белорет районының Асы ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән йортта ут сыға. Янғын һүндереүселәр уны тиҙ арала һүндереп өлгөрә. Зыян күреүселәр, шөкөр, юҡ. Йорт 2019 йылда күп балалы ғаилә программаһы буйынса янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы менән йыһазландырылған, ул үҙ функцияһын үтәгән. 

Асыла янғын теркәлгән
Асыла янғын теркәлгән

Уҙған тәүлектә республикала 35 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 18-һе шәхси секторҙа булған.

Фото: 02.mchs.gov.ru

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: