Ашығабыҙ йылдар ҡыуа, ҡыуа
Ашығабыҙ ҡайҙа, белмәйбеҙ.
Йәйҙәр етһә, Яңы йылды көтөп,
Көҙҙәр етһә, яҙҙы теләйбеҙ.
Ашығабыҙ шулай ваҡыт ҡыуып,
Ғүмер үткәнлеген һиҙмәйбеҙ.
Ни арала йәшлек үтеп китеп
Бер аҙ олоғайып киткәнбеҙ.
Аптырайбыҙ ни арала тиеп
Һырҙар баҫып, сәстәр салланған,
Күҙҙәр ҙә бит элеккесә түгел,
Аяҡтар ҙа бер аҙ тышалған .
Күңелебеҙ генә һис ҡартаймай,
Йөрәк кенә һаман йәш кеүек.
Ни тотһаң да эшләй алыр һымаҡ,
Ни тиһәң дә һүҙең хаҡ кеүек.
Ашығып та ғүмер уҙып киткән,
Күрмәй ҡалдыҡ нисек үткәнен.
Донъя ҡыуа торғас, һиҙмәй ҡалдыҡ
Яйлап ҡына ҡартлыҡ еткәнен.
Гөлсөм Хафизова.
Фото: автор.