ҺАЛДАТ ӘСӘҺЕ
Күҙ йәштәрен әсә һөртә-һөртә
Оҙата һалдатҡа балаһын.
Белмәй шул ул ғәзиз улҡайының
Ҡайһы тарафтарға бараһын.
Иҫән генә йөрөп ҡайтһын,тиеп,
Изге доғаларын уҡыйҙыр.
Ир етһә лә бала әсәһенә
Һаман да бәләкәй сабыйҙыр.
Һаҡта тора һалдат ил сигендә,
Тыуған йорттоң тойоп йылыһын.
Ғүмер биргән ғәзиз әсәһенең
Әсе күҙ йәштәре тыйылһын.
Түҙемлек бир,Хоҙай, әсәләргә,
Өмөт сатҡылары һүнмәһен.
Һалдат хеҙмәт итеп,кире ҡайтыр,
Һуғыш,михнәт кенә күрмәһен!
Фирүзә Йәнгирова-Ҡолмәнбәтова