Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2022, 08:20

Яман шеште иртә стадияла асыҡлаған табиптар өҫтәмә аҡса аласаҡ

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин сираттағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Властар табиптарға тәғәйенләнгән түләүҙәрҙе төбәктәр буйынса бүлде.

Яман шеште иртә стадияла асыҡлаған табиптар өҫтәмә аҡса аласаҡ
Яман шеште иртә стадияла асыҡлаған табиптар өҫтәмә аҡса аласаҡ

Документҡа ярашлы, 2023 йылда Рәсәй субъекттары 53 миллион һум ала. Шуның 835 мең һумы Башҡортостанға йүнәлтеләсәк. Уларҙы диспансеризация йәки һөнәри тикшереү барышында онкологияны иртә стадияла асыҡлаған табиптарға өҫтәмә түләүҙәргә йүнәлтәләр. Әгәр артабанғы тикшеренеү диагнозды раҫлаһа, мотлаҡ медицина страховкаһы учреждениеға өҫтәмә финанслау ебәрә.

 

Түләүҙәр 2020 йылда индерелгәйне. Улар яман шешкә ҡаршы көрәшкә ярҙам итергә тейеш: табиптар шеште ни тиклем иртәрәк тапһа, пациентты дауалау шул тиклем һөҙөмтәлерәк буласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: