-2 °С
Болотло
Баш ҡаланың Киров районында Иглин районынан 26 йәшлек ҡыҙ ултырған Lexus RX 300 туҡтатҡандар. Тикшереү күрһәтеүенсә, ҡатындың автомобилендә ялған номер һәм төбәк тура килмәгән. Ошондай уҡ хәл Өфөнөң Октябрь районында булған. Унда документтарҙы тикшереү өсөн 47 йәшлек ханымды туҡтатҡандар. Уның номерында хәрефтәрҙең тап килмәүе асыҡланған.
Водителдәрҙең икеһенә ҡарата ла административ эш асылған. Ялған номерҙар өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға 6 айҙан бер йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү янай.
Фото: Т. Аманов