Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2022, 19:15

"Йәйәүлеләр үткәүеле" операцияһы

Ағымдағы йылдың 11 айында Өфөлә юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә 22 йәйәүленең ғүмере өҙөлгән, 503 кеше йәрәхәтләнгән. Йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү өсөн бөгөн республиканың баш ҡалаһында "Йәйәүлеләр үткәүеле" иҫкәртеү сараһы башланды.

"Йәйәүлеләр үткәүеле" операцияһы
"Йәйәүлеләр үткәүеле" операцияһы

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, акциялар үткәрәсәк, йәйәүлеләр үткәүелендә, кеше ныҡ күп йөрөгән мәлдә, юл-патруль хеҙмәте дежур итәсәк. Сара 23 декабргә тиклем була.

- Йәйәүлеләрҙе һәм водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, бер-береңә иғтибарлы һәм изгелекле булырға саҡырам, - тип яҙа баш автоинспектор Владимир Севастьянов. - Хәүефһеҙ юлдар!

Фото: БР ЮХХДИ.

"Йәйәүлеләр үткәүеле" операцияһы
"Йәйәүлеләр үткәүеле" операцияһы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: