Ил Хөкүмәтендә Евросоюз, АҠШ һәм уларҙың теләктәштәре тарафынан беҙгә ҡаршы индерелгән сираттағы сикләүгә ҡарата яуап саралары буйынса фекер алышыуҙар тамамлана һәм шунан һуң Владимир Путиндың махсус указы сығасаҡ.
Ишеткәнһегеҙҙер, Көнбайыш Рәсәй нефтен һатыуға бәйле тыйыу-сикләү индерҙе һәм хаҡ билдәләне. Уға беҙ ауыҙ асып ултырасаҡбыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Президент тиҙ арала яуап буласағын әйткәйне инде. Һүҙ шундай документ тураһында бара.