Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм мәғлүмәтләштереү буйынса үҙәк ғилми-тикшеренеү институты (ЦНИИ) ил табиптары өсөн методик рекомендациялар төҙөгән. Унда “провокацион һүҙҙәр” тураһында яҙылған.
Шулай итеп, табиптарға “девушка” (аралашыу башлыса русса бара, шуға беҙ ҙә тәржемә итмәҫкә булдыҡ), ”мужчина”, ”молодой человек” тигән һүҙҙәр урынына ”вы”, ”скажите, пожалуйста” йәки исем-фамилия менән генә өндәшергә рөхсәт ителә. Ошо фразаларҙы әйтеүҙән дә тыйылырға кәңәш бирелә: “не знаю, кто вам такое сказал”, ”а мы-то здесь причем?”, ”вы меня, конечно, извините, но”, ”вы что-то путаете”, ”что вас еще не устраивает?”, ”вы меня не слышите”.
Телефондан һөйләшкәндә генә түгел, ғөмүмән, табип менән осрашҡанда ла һәр кем итәғәтле булырға тейештер.