Был хаҡта БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибе буйынса полиция начальнигы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динар Мөхәмәтдинов хәбәр итте.
«Байрам сараларында 200 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Уны асыу ваҡытынан алып барлыҡ ҡалаларҙа көн һайын эске эштәр органдарының 300 хеҙмәткәрен йәлеп итеп ,йәмәғәт тәртибен һаҡлау ойоштороласаҡ. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә 2,5 мең полиция хеҙмәткәрен, 500-ҙән ашыу шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрен һәм 600-гә яҡын башҡа йәмәғәт берекмәләре һәм хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге ойошмалар вәкилдәрен йәлеп итеү планлаштырыла. Юл-патруль хеҙмәте нарядтары ла арттырыласаҡ. Яңы йыл төнөндә бөтәһе 185 автопатрулдән торған 370-тән ашыу юл-патруль хеҙмәте инспекторы йәлеп ителәсәк», - тине ул.