Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2022, 15:00

Шайморатовсылар яуҙан һуң ял итте

Беҙҙең ирекмән яугирҙәр махсус хәрби операцияла бер нисә ай ҡатнашҡандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға туҡтаны. Үткән йомала уларҙы яҡташтары килеп күрҙе һәм БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса йыйылған гуманитар йөктө алып килеп бирҙе. Был осрашыу Ватан геройҙары көнөндә уҙыуы үҙе бер символға әйләнде.

Шайморатовсылар яуҙан һуң ял итте
Шайморатовсылар яуҙан һуң ял итте

 Гуманитар ярҙамды мобилизацияланған ир-егеттәр булған полкка ла алып барҙылар. Уларға автомобилдәр, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ кәрәк-ярағы, йылы әйберҙәр бирелде. Йөктө туплауҙа ғәҙәттәгесә республика халҡы, ойошма-предприятиелары, район-ҡала хакимиәттәре, йәмәғәтселәр әүҙем булған.

Һәр яугирҙең - үҙ тарихы. һис шикһеҙ уларҙың һәр береһе - герой. Улар ғүмерҙәрен аямайынса беҙҙең Ватанды һаҡлай. Һеҙҙе өйҙә көтөп ҡалабыҙ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: