Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2022, 12:04

Сәсте нимә менән йыуырбыҙ икән?

Тиҙҙән импорт шампундәргә хаҡ артыуы ихтимал. Сәбәбе ябай.

Сәсте нимә менән йыуырбыҙ икән?
Сәсте нимә менән йыуырбыҙ икән?

Рәсәй Хөкүмәте ҡайһы бер сит ил шампундәренә, бальзам һәм сәс майҙарына, башҡа йыуыу әйберҙәренә пошлинаны 35 процентҡа күтәрә. Илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы шундуҡ иҫкәртән: үҙебеҙҙә етештерелгән шампундәр артығы менән етә, ә сит илдән дә индереү тыйылмай. Бары тик һалымы ғына арта. Ҡайһы илдәргә? Әлбиттә, дуҫ булмағандарға. Был исемлектә АҠШ, Канада, Бөйөк Британия, Австралия, Яңы Зеландия, Польша бар.

Рәсәйгә сит илдән индерелгән шампунь-фәләндәрҙең 60 проценты Евросоюз дәүләттәренә тура килә. Ә пошлина үрҙәге алты илдән генә алына. Улар бөтә импорттың 8 – 15 процентын тәшкил итә. Һәр хәлдә дефицит булмаясаҡ. Шулай ҙа һалым артҡас, хаҡы ла артыр инде, ти белгестәр. Артһа ни, ҡиммәтен, кем әйтмешләй, американскийҙы, алмай торорҙар.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: