Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2022, 14:15

Кеҫә буры тотолған

Ағымдағы йылдың октябрь башынан алып Өфө полиция бүлектәренә аҙыҡ-түлек магазиндарында һәм йәмәғәт транспортында башҡарылған урлашыуҙар тураһында ғаризалар килә башлай - билдәһеҙ енәйәтсе кешеләрҙең кеҫә телефондарына айыу майын һөртә. Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, был енәйәттәрҙең барыһын да 45 йәшлек ҡатын ҡыла. Быға тиклем дә урлыҡ өсөн хөкөм ителгән ҡатын Күмертау ҡалаһынан.

Кеҫә буры тотолған
Кеҫә буры тотолған

Ҡағиҙә булараҡ, бур магазиндарҙа сиратта торғанда, маршрут автобустарында кеше күп йөрөгән мәлдә урлаша: үҙенең "ҡорбаны" артына тора ла, уны яңылыш төрткән булып, иғтибарын албырғатып, кеҫәләрен ҡапшай һала. Башҡалар уның нимә эшләгәнен күрмәһен өсөн спорт сумкаһы менән ҡулын ҡаплай. Урланған телефондарҙы ломбардҡа тапшырып, һатыуҙан килгән аҡсаны үҙ ихтыяждары өсөн тотона.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең Өфөлә һәм республика биләмәһендәге ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеген тикшерә. Ҡатындың ете кешенең телефонын урлағаны, өс сауҙа нөктәһендә урлашҡаны билдәле.

Бөтә факттар буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Кеҫә буры тотолған
Кеҫә буры тотолған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: