Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2022, 07:50

Көн торошо

Башҡортостанда яңы аҙна башы сағыштырмаса йылы була, тип фаразлай синоптиктар. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы республикала 16 градустан түбән төшмәйәсәк.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Ләкин республиканың төньяҡ-көнбайышында синоптиктар ҡар яуыуын һәм буран сығыуын фаразлай. Һаҡ булығыҙ: был юлдарҙы көрт баҫыуға килтерәсәк. Уртаса, ҡайһы берҙә көсәйеүсән һәм көслө елдең йүнәлеше - көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан. Төндә термометр бағанаһы – 6–16 градус һалҡын күрһәтәсәк. Көндөҙ – 4–9 градус һалҡын.

 

Шишәмбе, 13 декабрҙә, төндә генә яуым-төшөм көтөлә,  төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел әүәлгесә көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә республикала – 7–16, көндөҙ 4–9 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: