Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2022, 11:00

Ә һеҙ икмәк бешерәһегеҙме?

Мәрйәм Миннеғолова алдан алып ҡалған ҡамыр киҫәгенән яңы икмәк һалырға өйрәтә.

Ә һеҙ икмәк бешерәһегеҙме?
Ә һеҙ икмәк бешерәһегеҙме?

“Икмәк һалған һайын әсе ҡамыр алып ҡалам. Ул ҡамырҙы банкаға һалып һыуытҡыста һаҡлайым, икмәк һалаһы көндө йылынһын өсөн һыуытҡыстан алып ҡуям. 3 аш ҡалағы әсе ҡамырҙы икмәк баҫҡан табағыма һалам, 1 аш ҡалағы шәкәр һалып, 1 сынаяҡ йылымыс һыу, он һалып ҡамыр иҙәм дә, йылы урынға ҡуям. Ҡамырым әсеп күтәрелә башлағас тоҙ, тағы бер стакан йылы һыу, 1 сәй ҡалағы сүпрә (күпертелгән), 1 аш ҡалағы шәкәр, он һалып ҡамыр баҫам, баҫып бөтөргәндә усҡа көнбағыш майы һалам да, яңынан ҡамырҙы үҙләндереп баҫам. Һуңынан өҫтөн ябып йылы урынға ҡуям. Ҡабарып ҡалҡҡас майланған формаларға һалам да тағы ҡабартам. Ҡабарыуы еткәс духовкала бешерәм” – тип яҙа ул.

Ә һеҙ икмәкте нисек бешерәһегеҙ?

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в