Башҡортостандан махсус хәрби операция барған урынға сираттағы гуманитар конвой ебәрелде. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял итеү урындарында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙары уны ҡабул итеп алды. Ватан Геройҙары көнөндә хәрбиҙәргә Башҡортостан Башлығы исеменән Шайморатов ордены, республиканың дәүләт наградалары, балаларҙан хаттар һәм һүрәттәр, шулай уҡ хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн махсус ҡорамалдар тапшырҙылар. «Эксперттарҙың һүҙҙәренсә, башҡорт яугирҙәре бик юғары хәрби рух, профессионализм күрһәтә һәм ҙур абруй ҡаҙана. Хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан 80-дән ашыу яугир Рәсәй дәүләт наградаларына тәҡдим ителде», - тип һөйләне бөгөн аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.
Фото: gazetavibor.ru