Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2022, 20:15

Юл фажиғәләре - 10 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 35 иҫерек водителде тотҡан (11 кеше икенсегә иҫерек килеш машина йөрөткәндә тотолған).

Юл фажиғәләре - 10 декабрь
Юл фажиғәләре - 10 декабрь

Көндөҙ сәғәт икенселә Бәләбәй районында "Škoda Fabia" машинаһы юлдан осоп, оло йәштәге водитель ваҡиға урынында һәләк була. 80 йәшлек пассажир, водителдең тормош иптәше, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Учалыла киске сәғәт унынсыла 57 йәшлек ир "ПАЗ" автобусында 42 йәшлек йәйәүлене тапаған. Йәйәүле ир "Тиҙ ярҙам" машинаһында вафат булған. Водителдең әйтеүенсә, йәйәүле юлда ятҡан, кейемендә яҡтылыҡты кире сағылдырыусы элементтар булмаған...

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: