Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2022, 21:00

Һәйкәл тора

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле.Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!Атакаға күтәрелдек бергә,Йыға һуҡты әжәл бер мәлде.Ваҡытлыса йәйә терелдем мин,Ул — мәңгелек һынға әйләнде.Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәрИзге ялҡын булып яналар,Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай,Эргәһендә һайрай балалар.Ә артында уның сал бер ҡатын(Ил инәһе — улдыр, моғайын.)Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай,һалҡын ташҡа терәп маңлайын.Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,Бер битеңдә — моңһоу ай һаман,Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,Бер күҙеңдән әсе йәш тама... Мостай КӘРИМ

Һәйкәл тора
Һәйкәл тора

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: