Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2022, 21:15

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Уҙған тәүлектә республикала 30 янғын сыҡҡан, шуларҙың 19-ы шәхси секторҙа теркәлгән, янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусылар 15 кешене ҡотҡарған.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Кисен, сәғәт ун беренселә, Тәтешле районының Үрге Ҡоҙаш ауылында йорт һәм мунса янған. Янғын һөҙөмтәһендә 1986 йылғы ир кеше зыян күргән.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Мейестә утынды саманан тыш күп яғыу янғынға килтереүе ихтимал (кирбестәр ҡыҙып, эргә-тирәләге ағас конструкцияларҙың һәм тиҙ яныусан әйберҙәрҙең тоҡанып китеүе мөмкин). Бәләгә юл ҡуймаҫ өсөн хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә онотмағыҙ.

Мейестә барлыҡҡа килгән ярыҡтарҙы ваҡытында һылап тороғоҙ.

Мейес алдына иҙәнгә 50х70 см ҙурлығында тимер түшәгеҙ.

Мейес эргәһенә төрлө яғыулыҡ материалдарын ҡуймағыҙ, плитә өҫтөндә утын киптермәгеҙ.

Мейесте кәрәсин, бензин һәм башҡа еңел тоҡанып китеүсе шыйыҡсалар менән яҡмағыҙ.

Йорт, ҡаралтылар янында һүндерелмәгән көлдө түкмәгеҙ.

Яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.


Әгәр бүлмәлә электр приборын ҡабыҙғанда лампочка ҡапыл бер аҙ ҡараңғыланһа – был электр селтәренең көсөргәнешле эшләүе билдәһе. Һаҡлағыстарҙың йыш янып сығыуы ла селтәрҙәге көсөргәнешлектең артыҡ булыуы тураһында һөйләй. Был осраҡта электрикты саҡырырға кәрәк.

Йылытыу приборҙарын ҡулланғанда түбәндәге кәңәштәрҙе иҫәпкә алығыҙ:

- әгәр сым йәки штепсель эшләп торған ваҡытта ҡыҙһа, шунда уҡ йылытҡысты һүндерегеҙ;

- йылытыу приборын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, өҫтөндә әйбер киптермәгеҙ;

- төҙөк булмаған, ҡулдан эшләнгән электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ.

Яҡындарығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлар өсөн барлыҡ сараларҙы үтәгеҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в