Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2022, 15:36

Тубыҡтар ауыртҡанда

Тубыҡтар ауыртып яфалағанда үҙ ҡулдарың менән шифалы май әҙерләп алырға мөмкин. 

Тубыҡтар ауыртҡанда
Тубыҡтар ауыртҡанда

 

Быының  өсөн 2 балғалаҡ гәрсис онтағы, бер йомортҡа ағы, йәки уны бер – ике ҡалаҡ бал менән алмаштырырға мөмкин, 3 балғалаҡ тоҙ һәм ике балғалаҡ спирт кәрәк.

Бер һауытҡа  йомортҡа ағын һалып, бер аҙ туҡырға һәм тоҙ менән гәрсис өҫтәп, яҡшы итеп бутарға. Тоҙ эре булһа, ваҡларға кәрәк. Иң аҙағынан спирт ҡушып, йәнә яҡшы итеп болғатырға.  Ҡуйы бутҡа кеүек май килеп сыға.

Майҙы туҡымаға һалып, тубыҡтың өҫтөнә түгел,  ә ауыртыуына ҡарап, уң яҡтан йә һул яҡ ҡырыйҙан ябырға һәм бинт менән нығытырға.

Тәүге тапҡыр эшләгәндә – ярты сәғәт, һуңынан ике сәғәткә тиклем тотһаң да була. Иң яҡшыһы – майлы туҡыманы  төнгөлөккә, йоҡларҙан 2 сәғәт алда ҡуйыу. Махсус рәүештә йылытырға кәрәкмәй, гәрсис үҙенең эшен башҡара. Нисә тапҡыр эшләргә кәрәклеген ауыртыуы баҫылыуға ҡарап үҙегеҙ хәл итегеҙ. Бер аҙнанан һуң тәнәфес эшләп, һуңынан яңынан дауам итергә мөмкин.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: