Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2022, 12:45

Рөстәм Нәбиев һәләк була яҙған

Өфө мэры советнигы Рөстәм Нәбиев Килиманджаро үренә күтәрелгәндә саҡ һәләк булмаған.  

Рөстәм Нәбиев һәләк була яҙған
Рөстәм Нәбиев һәләк була яҙған

Омск ҡалаһында казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡтарын юғалтҡан Өфөнән билдәле блогер Рөстәм Нәбиев яңы үрҙәр яулауын дауам итә. Килиманджаро тауы -5895м Африка ҡитғаһындағы иң юғары нөктә Нәбиевҡа еңел бирелмәгән һәм ул һәләк була яҙған. Блогер юғары нөктәгә күтәрелгәндән һуң үҙен насар тоя башлай. Урындағы табиптар уға аныҡ диагноз ҡуя алмай, ләкин ярҙам итә ала. Рөстәмдең бейеклектән төшкәс, температураһы ҡапыл юғарылай һәм эсе ауырта башлай. Хатта Рәсәй илселеге менән бәйләнешкә инергә тура килә, бында проблемаға тиҙ арала яуап бирәләр. Бәхеткә күрә, табиптар хәлде тотороҡландыра ала һәм 4 сәғәттән һуң Рөстәм Нәбиевты клиниканан отелгә ҡайтаралар. Нәбиев әйтеүенсә, 50 километрға күтәрелеү уның ғүмерендә иң ҡатмарлыһы булған. Әммә ул быны эшләй ала һәм Башҡортостан флагын иң юғары баҫҡысҡа ҡуйҙы.
Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: