Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2022, 16:57

Константин Толкачев Херсон өлкәһенә барған

Башҡортостан парламенты етәксеһе Константин Толкачев Херсон өлкәһендә төбәк етәкселеге, беҙҙең республиканан барған медицина хеҙмәткәрҙәре, СВО-ла ҡатнашыусылар менән осрашҡан.

Константин Толкачев Херсон өлкәһенә барған
Константин Толкачев Херсон өлкәһенә барған

Өлкә губернаторы урынбаҫары Владимир Беспалов менән осрашыуҙа төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралған. Константин Толкачев Радий Хәбировтың сәләмен һәм бүләген дә тапшырған. Был турала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республика парламенты Рәйесе медиктарыбыҙ һәм "шайморатовсылар" янына барып, бер нисә яугирға Башҡортостан Башлығы исеменән наградалар тапшырған. Һәм, әлбиттә, СВО-лағыларға кәрәк-яраҡтар ҙа алып барғандар.

Егеттәр иҫән-һау булһын һәм барыһы ла әйләнеп ҡайтһын!

Фото: БР ДЙ - Ҡ. сайтынан.

 

 

Константин Толкачев Херсон өлкәһенә барған
Константин Толкачев Херсон өлкәһенә барған
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: