Бөгөн, 11 декабрҙә, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 10-14 градус һалҡын, көньяҡ-көнсығышта 18-23 градус һалҡын. Көндөҙ термометр бағанаһы 6-11 күрһәтәсәк;
Дүшәмбе, 12 декабрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, бер аҙ йылыта ғына: төндә 6-11, көньяҡта 16, көндөҙ -4-9 градус һалҡын.
Фото: Т. Аманов