Иң беренсе кәңәш шул: йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ. Етерлек һәм сифатлы йоҡо – шәп тергеҙеүсе ул.
Икенсенән, дөрөҫ туҡланығыҙ. Күп сир һәм көйһөҙлөк насар ашауҙан килә.
Өсөнсөнән, таҙа һыу эсегеҙ. Эйе, сәй ҙә, ҡәһүә лә һәйбәт эсемлектәр, әммә һыуҙы бер нәмә лә алмаштыра алмай.
Дүртенсенән, иртән контраст душта йыуынығыҙ. Һис юғында бит-ҡулығыҙҙы бер – һалҡын, бер йылы һыуҙа йыуығыҙ. Был – иммунитет өсөн шәп сара һәм тирене лә яҡшырта.
Бишенсенән, саф һауала күберәк йөрөгөҙ. Әлбиттә, ҡыш көнө йәйәү рәхәтләнеп йөрөп тә булмаҫ, бәлки, шулай ҙа тышта булырға тырышығыҙ.
Һәм йылмайығыҙ, йылмайығыҙ! Сәләмәт булығыҙ!