Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2022, 16:30

Юл фажиғәләре - 9 декабрь

Бер тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, алты кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 9 декабрь
Юл фажиғәләре - 9 декабрь

Киске сәғәт унынсыла Ҡалтасы районында, Краснохолмский-Нефтекама юлының 12-се саҡрымында, "Лада Калина" менән "ГАЗель" бәрелешкән. 32 йәшлек ир идара иткән  Көслө бәрелеш һөҙөмтәһендә "Лада"ның 33 йәшлек водителе ауыр йәрәхәтләнеп, ваҡиға урынында һәләк булған. Унан химик-токсик тикшереүгә ҡан алғандар.

Рейд барышында 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 31 иҫерек водитель тотолған. 12 водитель таныҡлыҡтан мәхрүм ителгән килеш машина менән идара иткән, 24 водителдең бөтөнләй таныҡлығы булмаған. 21 водитель тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан, 306 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән, 33 водитель балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған, 23 кеше йәйәүлеләргә юл бирмәй тотолған, 14 водитель дәүләт теркәү билдәләре булмаған транспорт менән идара иткән. Профилактик саралар дауам итә.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в