Йөҙгә сығыусы аҙыҡ-түлек төрө дүртәү: һөт, шәкәр, алкоголь һәм глютенлы ризыҡтар. Ошонан шәкәрле, шараплы, һөтлө, глютенлы (үҫемлек аҡһымы) йөҙҙө (битте) билдәләргә була.
“Шәкәрле йөҙ” – йыйырсыҡлы маңлай, һытҡылы йөҙ. Рациондан шәкәрҙе һәм углеводтарҙы кәметергә.
“Шараплы йөҙ” – күҙ аҫтында “тоҡсайҙар”, ҡыҙыл тире, танау-ирен янында йыйырсыҡтар. Проблеманы хәл итеү юлы ябай: алкоголдән баш тартырға, таҙа һыу эсергә, дымландырыусы крем һөртөргә.
“Һөтлө йөҙ” – һытҡылы тире, төшөнкө яңаҡтар. Һөт продукттарын самалап ашағыҙ, эсегеҙ, ҡуйы эремсек-ҡаймаҡты майһыҙырағына алмаштырығыҙ.
”Глютенлы йөҙ” – һытҡылы маңлай, яңаҡ. Рационда ҡамыр аштарын, һыраны кәметергә кәрәк.