+13 °С
Болотло
Артабан тикшереү барышында ирҙең кеҫә телефонындағы фотоһүрәттәр аша 15 йәшерен "закладка" урыны билдәләнә. "Закладка"ларҙа скотч менән уралған төргәктәр табыла. Экспертиза күрһәтеүенсә, төргәктәрҙәге онтаҡ синтетик наркотик булып сыға.
Алдан РФ ЕК 228 ст.буйынса хөкөм ителгән 39 йәшлек ир менән 36 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. Суд ҡарары буйынса уларҙы һаҡ аҫтына алғандар.
Был турала Нефтекама ҡалаһынан Сөмбөл Вәлиева хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.