Бөгөн, 10 декабрҙә, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышы буйынса бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ - 8-13 градус һалҡын.
Йәкшәмбе, 11 декабрҙә, республиканың төньяҡ-көнбайышында ҡар яуа, көндөҙ буран сығыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 10-14 градус һалҡын, көньяҡ-көнсығышта 18-23 градус һалҡын. Көндөҙ термометр бағанаһы - 6-11 градус һалҡын күрһәтәсәк.
Фото: Т. Аманов