Муттар опера йырсыһының стационар телефонына шылтыратып, яҡынының аварияға эләгеүен хәбәр итә. Олеся Илфат ҡыҙы уларға ышанған булып һөйләшеп, икенсе телефондан полицияға шылтырата. Полиция хеҙмәткәрҙәре артистың фатирына килеп, курьерҙы көтөп ала. Курьер "аҡса" ятҡан пакетты алып сыға башлағас, уны ҡулға алалар.
Фәрештәгә оҡшаған һылыу йәш ҡыҙ ноябрь урталарынан алып 64-85 йәшлек биш пенсионерҙы алдап өлгөргән. Уның әйтеүенсә, был эште ул социаль селтәр аша тапҡан. "Эш биреүсеһе" менән тик интернет аша аралашҡан. Уның ҡушыуы буйынса төрлө адрестарға барып, ололарҙың аҡсаһын алған да, банкомат аша уға күсергән. бөтә факттар буйынса ла енәйәт эштәре асылған. Ҡыҙ һаҡ аҫтына алынған.
Опера йырсыһын ярҙамы өсөн тағы ла бүләкләргә йыйыналар. Афарин, Олеся Илфат ҡыҙы!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.