Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2022, 16:54

Электрон сигареттың һаулыҡ өсөн зыяны бармы?

Электрон сигареттарҙың зыяны юҡ, тип ышандырырға тырышалар. Әммә... 

Электрон сигареттың һаулыҡ өсөн зыяны бармы?
Электрон сигареттың һаулыҡ өсөн зыяны бармы?

 

Хәҙер урамда ғәҙәти тәмәкегә ҡарағанда, электрон сигарет тартыусы йәштәрҙе күберәк осратырға мөмкин. Бындай сигареттар  2003 йылда Ҡытайҙа уйлап табылған. Ә Рәсәйҙә һәм Европала 2008 йылдан тарала башлаған.  Әлеге ваҡытта улар тәмәке изделиелары баҙарының ике процентын тәшкил итә. Әммә уларҙың популярлығы йылдан-йыл арта бара. Һаулыҡҡа зыянын һәм йәштәргә насар йоғонтоһон иҫәпкә алғанда, был  ҙур хәүеф уята.

Боҫ ҡына түгел…

Ғәҙәти тәмәкенән айырмалы рәүештә,  кеше асыҡ утта янған тәмәке төтөнөн түгел, ә яңы типтағы әйберҙә йылынған шыйыҡлыҡтың боҫон һура. Ошонан уның яңы исеме «вейп» (инглиз теленән тәржемә иткәндә «varog» – боҫ тигәнде аңлата) барлыҡҡа килгән дә инде. Боҫ – ул шыйыҡлыҡты йылытҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән газ.  Аэрозоль  боҫҡа оҡшаған, әммә унда ла ваҡ ҡына ҡаты һәм шыйыҡ өлөшсәләр бар. Ысынында унда һыу бик аҙ, ә «пропиленгликоль» тигән химик матдә күп. Тын алған ваҡытта ул ауыҙ ҡыуышлығына, өҫкө тын юлдарына, тамаҡҡа, үпкәгә һәм аш юлы менән ашҡаҙанға ултыра.

Зыяны әҙерәк, әммә бөтөнләй юҡ түгел

 Күптәр, электрон сигареттарҙың һаулыҡҡа зыяны юҡ, тип  иҫәпләй.  Етештереүселәр ҙә, электрон сигарет тәмәке тартыуҙан арынырға ярҙам итә һәм һаулыҡ өсөн зыяны әҙерәк, тигән  фекерҙе һеңдерергә тырыша.  Дөрөҫ, ғәҙәти тәмәкегә ҡарағанда «вейп»тарҙа  үпкә яман шешен барлыҡҡа килтереүсе хәүефле химик матдәләр тупланмаһы әҙерәк. Күп тикшеренеү күрһәтеүенсә, электрон сигареттар ғәҙәти тәмәкегә ҡарағанда хәүефһеҙерәк. Әммә был «бөтөнләй хәүефле түгел» тигәнде аңлатмай.

Кеше организмының башҡа органдары электрон сигареттың аэрозоленән ҙур зыян күреүе ихтимал.

Мәҫәлән,  ундағы  пропиленгликоль бауырға зыян килтереүе  бар. Шулай уҡ был химик матдә күҙ селтәрендә тупланып, күреү һәләтенең насарайыуына килтереүе мөмкин.

Бынан тыш, электрон сигареттарҙың шыйыҡлығына төрлө тәмләткес ҡушыла. Уларҙың составында иһә  үпкә өсөн зарарлы  химик матдә – диацетил бар. Ул был органдың етди ауырыуына килтереүе бар. Мәҫәлән, 2019 йылда Америкала электрон сигарет тартыуға бәйле 450 ауырыу осрағы теркәлгән.   Йәш кенә пациенттар  тын алыуы ауырлашыуына, күкрәк  тәңгәлендә ауыртыу барлыҡҡа килеүенә, уҡшытыуға һәм  тәндең хәлһеҙлегенә зарланған.

Ҡайһы бер лаборатор тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, электрон сигареттарҙағы аэрозоль күҙәнәктәрҙе үлтерә һәм ДНК-ға зарар килтерә.

Күп кенә электрон сигаретта шулай уҡ никотин бар. Америка ғалимдары үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса асыҡланыуынса,  үҫмерҙәрҙә бер генә һурып ҡарауҙан да никотинға бәйлелек барлыҡҡа килеүе ихтимал.  Йәғни кем бер тапҡыр бындай сигаретты тартып ҡараған, ул ябай тәмәкене тарта ла йәиһә ике вариантты ла ҡуллана башлауын инҡар итеп булмай. Өҫтәүенә, бер үк сигаретты бер нисә кеше һурғанда, гепатит һәм туберкулез менән ауырыу хәүефе лә көсәйә.

Шунлыҡтан, электрон сигареттарҙы нисек кенә хәүефһеҙ тип рекламаларға тырышмаһындар, быға ышанырға ярамай. Тәмәке ниндәй генә ҡапта, ниндәй генә формала булмаһын, ул һаулыҡ өсөн зыянлы. Быны оноторға ярамай һәм сәләмәтлекте һаҡлау өсөн тәмәке тартыуҙан йә электрон сигарет һурыуҙан баш тартырға кәрәк.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: