Алманы нәҙек кенә итеп турап, 500 мл таҙа һыу ҡойорға һәм бер балғалаҡ дәрсен (корица) онтағы ҡушып, көн буйы эсергә. Алма менән дәрсен матдәләр алмашыныуын көйләп, аҙыҡ эшкәртеү трактын таҙартырға ярҙам итер.
Ике ҡалаҡ яңы һығылған лимон һутына 200 мл йылы һыу ҡушып бутарға, бер балғалаҡ бал һәм бер семтем имбирь онтағы өҫтәргә. Был шифалы дарыуҙы иртәнсәк ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға эсергә. Ул аш эшкәртеү системаһын таҙартырға, ҡан тамырҙарын нығытырға ярҙам итер, көнө буйына етерлек энергия өҫтәр.
Имбирь тамырын (3 – 4 см) таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға һәм бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут бешерергә. Һуңынан һөҙөп алып, бер семтем дәрсен онтағы һәм бер ҡалаҡ гөлйемеш сиробы ҡушырға. Көн дауамында ашарҙан ярты сәғәт алда 100 – 150 мл эсергә. Был эсемлек аш эшкәртеү процесын көйләргә ярҙам итеп кенә ҡалмай, тотош организмды нығытыу көсөнә лә эйә.
Бер сөгөлдөр, ике алма һәм 4 сельдерей һабағы һутын һығып, көнөнә ике тапҡыр (иртәле-кисле) ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә.
Берәр әфлисун, лимон, кишер һутын һығып, 100 мл минераль һыу ҡушып бутарға һәм ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға эсергә. Был коктейль антиоксиданттарға бай һәм арыуҙан файҙаһы ҙур.
Бер ҡыяр менән бер сельдерей тамырын ваҡлап, 300 мл һыу ҡушырға һәм көнө буйы әҙләп эсергә.