Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2022, 21:00

Һалдаттар

Оҙатып вокзалдар ҡаршында, Әсәләр маңлайҙан үптеләр. Донъяны күрмәгән балалар Туҙанлы юлдарҙан үттеләр. Балалар керҙеләр уттарға, Балалар һүҙ бирҙе туптарға. Күптәре, төрөнөп шинелгә, Ҡалдылар йыраҡта йоҡларға. «Балалар, тороғоҙ, балалар, Ашығыҙ һыуына табында…» Нисә йыл тормайҙар балалар Иҙелдә һәм Дунай ярында…   Уятма, йоҡлаһын; һин, әсә, Айҙарҙы, йылдарҙы һанап бар. Күңелдә һаман йәш, гел бала – Ҡайтмаған һалдаттар, һалдаттар.   Әсә ул йоҡламай, сабыйы Юрғанын асһа ла, уяна… Әсәләр йөрәге шикелле Майҙанда мәңгелек ут яна.   Әсәләр йөрәге шикелле Ут яна, уйлана, талпына. Әсәләр хәтере шикелле Ел йөрөй ҡурғандар артында. Р. Әхмәтйәнов

Һалдаттар
Һалдаттар

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: