+7 °С
Ясна
Киске сәғәт унынсыла Краснохолмский-Нефтекама автоюлының 12-се саҡрымында "ГАЗель" менән "Лада Калина" бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "Лада"ның 32 йәшлек водителе ауыр йәрәхәтләнеп, "Тиҙ ярҙам" машинаһында йән биргән. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.
Фото: БР ЮХХДИ.