Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 17:30

Юл фажиғәләре - 8 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа алты кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 16 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 8 декабрь
Юл фажиғәләре - 8 декабрь

Иртән Саҡмағош ауылында Өфөнән 35 йәшлек ир "Skoda Rapid" машинаһында "ВАЗ-2110" машинаһына юл бирмәй, бәрелешкәндәр.

Авария һөҙөмтәһендә илебеҙ автомобиленең 32 йәшлек водителе һәм уның биш йәшлек ҡыҙы йәрәхәтләнгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 8 декабрь
Юл фажиғәләре - 8 декабрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: