Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 09:55

Яңы йыл табыны күпме тора?

Байрам өҫтәлен әҙерләүгә нисә һум аҡса тотонорға уйлайһығыҙ?

Яңы йыл табыны күпме тора?
Яңы йыл табыны күпме тора?

Һорашыуҙар үткәргәндәр икән. Уның һөҙөмтәләре буйынса ил халҡының 59 проценты Яңы йылды ҡаршылау табынына 5000 һумдан да артыҡ аҡса тотонғолары килмәй. Шул уҡ ваҡытта һәр өсөнсө кеше 10 мең һумға тиклем аҡсаһын һалыуҙан баш тартмай. Нимәһе ҡыҙыҡ: 5000 һумға тиклем аҡса ла етә, тиеүселәр күберәк йәштәр (73 проценты). 5 – 10 мең тотонорға теләүселәр 45 – 59 йәшлектәр.

Тикшеренеүҙәрҙе "Ромир" агентлығы ойошторған.

10 – 15 мең һумын да йәлләмәйәсәген белдереүселәр нисбәте һигеҙ  процент. Ә респонденттарҙың өс проценты, улар башлыса 35 – 44 йәшлек кешеләр, яңы йыл табынын 15 мең һумдан ашыу аҡсаға ҡорасаҡ.

Ә һеҙ, дуҫтар, күпме аҡса тотонорға уйлайһығыҙ?

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: