Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 17:00

Водителдәр иғтибарына!

Ял көндәрендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан иҫкәртеү саралары үткәреләсәк. Рейдтар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Бынан тыш водителдәрҙе күпләп тикшереү ҙә ойошторола. 

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

Тәү сиратта иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән күпләп тикшереүҙәр бөгөн кискеһен Өфөнөң Жуков урамында, иртәгә - Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 1-се саҡрымында - "Мәктәп" туҡталышы эргәһендә ойошторола.

Быйыл 11 ай эсендә республика юлдарында 3200-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 380 кеше (!) һәләк булған һәм 3950 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: