Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 23:45

Тағы бер кеше һәләк булған...

Кисен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Туймазы ҡалаһының Ҡасаба урамында мунсала янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

Тағы бер кеше һәләк булған...
Тағы бер кеше һәләк булған...

Беренсе янғын һүндереүселәр килеп еткән мәлдә бер ҡыйыҡ аҫтындағы хужалыҡ ҡаралтылары (3х6 м) һәм мунса (3х4 м.) янған була. Янғынды тиҙ арала һүндерәләр. 

Утты һүндереү барышында 1967 йылғы ирҙең һәләк булыуы асыҡлана.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе эшләй.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәләргә килтерә. Ут менән һаҡ булығыҙ, мейес яғыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, шулай уҡ электр приборҙарын ҡарап, тикшереп тороғоҙ. Янғын сыҡҡан осраҡта 101 һәм 112 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат төркөмө.

Тағы бер кеше һәләк булған...
Тағы бер кеше һәләк булған...
Тағы бер кеше һәләк булған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: