Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 15:19

Республиканың Халыҡ ижады йортонда - яңы директор

Быға тиклем етәксе булып эшләгән Артур Алибаков икенсе эшкә күскән.

Республиканың Халыҡ ижады йортонда - яңы директор
Республиканың Халыҡ ижады йортонда - яңы директор

Етәксе итеп бығаса Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбен етәкләүсе Салауат Кирәев ҡуйылған.

Салауат Илгиз улы Ишембай районынан. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, БАГСУ-ҙы тамамлаған. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республиканың Ҡурайсылар союзы ағзаһы.

Әйткәндәй, РЦНТ-ның элекке директоры Артур Алибаков хәҙер Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в