-5 °С
Болотло
Өфөлә уҙған төбәк-ара митапта (тәжрибә уртаҡлашыу өсөн фекерҙәштәрҙең осрашыуы) онлайн рәүештә Рәсәйҙең төрлө тарафынан ҡатнашыусылар ҡушылды. пленар ултырыш үтте, тематик майҙансыҡтар (эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса) эшләне.
Был хәрәкәттең маҡсаты - Башҡортостан йәштәренең проекттарын да үҙ төбәге үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәргә ҡушыу.
"Лига Юниор" Бөтә Рәсәй хәрәкәте 14 - 18 йәшлек үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе берләштереүсе уникаль форматта уҙғарылған саралар хәрәкәте ул. Унда дәүләт белгестәре лә, бизнес вәкилдәре лә, эксперттар ҙа ҡатнаша һәм йәштәр проекттарын тикшерә.
Фото: БР Хөкүмәтенән.