+9 °С
Болотло
Уны әҙерләү өсөн яртышар стакан миләш менән гөлйемеште ике стакан һыуға һалып, талғын утта 10 минут бешергәндән һуң һөҙөп, бер ҡалаҡ бал һәм ярты стакан һөт ҡушырға. Шифалы эсемлекте көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә мөмкин.
Миләш менән ҡара ҡарағаттан бик яҡшы сәй ҙә әҙерләп эсергә була. Бер үк күләмдә алынған был емештәргә ҡайнар һыу ҡойоп, бер – ике сәғәткә ҡараңғы урында төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә бер нисә тапҡыр яртышар стакан эсергә мөмкин. Ул хәлһеҙлектән арынырға, һалҡын тейеүҙән һаҡланырға һәм ялҡынһыныу процестарын кәметергә ярҙам итә.